САФ КӨКӨРТ, саф элементтар класы минералы, S. Составында селен һәм теллур ҡушылмалары бар. Агрегаттары бөртөклө, бөрө һымаҡ, онтаҡ, сталактиттар һәм сталагмиттар. Төҫө һары, ҡыҙғылт, һоронан ҡараға тиклем; ялтырауығы ыҫмалалынан алып майлыға тиклем. Ҡатылығы 1—2, тығыҙлығы 2080 кг/м3. С.к. вулкан лаваларынан, эҫе сығанаҡтарҙан һәм газдарҙан, окисланыу зонаһында сульфидтар тарҡалғанда, хайуан һәм үҫемлек организмдары йоғонтоһонда, углеводородтарҙағы көкөртлө водородты һәм гипс‑ангидрит ҡатламдарындағы кальций сульфаттарын тергеҙеү ваҡытында барлыҡҡа килә. С.к. тупланмалары юҡҡа сыға барған нефть ятыштарында тоҙ ҡалҡыуҙарын һалған ҡат‑ҡат битумлы карбонат һәм гипс‑ангидрит ҡатламдарына хас. Углеводородта С.к. булыуы уның сифатын төшөрә. Нефть эшкәрткәндә сығарыла, көкөрт к‑таһы алыу, шырпы, инсектицид, медикаменттар етештереү өсөн, целлюлоза‑ҡағыҙ, резина һ.б. сәнәғәттәрҙә ҡулланыла. Респ. платформалы өлөшөндә көкөрт минераллашыуының ҡыуышлы, бөрсөклө, юлаҡлы, массивлы төрҙәре айырыла. Әртә, көңгөр, карбон, девон ултырмаларының айырым ҡатламдарында С.к. күләме 11—14%, линза һәм юлаҡтарҙа — 20—35% тәшкил итә. Иң юғары С.к. тупланмаһы Урал алды бөгөлө ултырмаларында (Оло Теләк, Николай‑Ерек, Ишембай, Ҡарлы һ.б. майҙандар) билдәле, унда нефттәге микроҡушылма рәүешендә осрай. Урал аръяғында С.к. сульфид ятыштары буйлап барлыҡҡа килгән окисланған алтынлы мәғдәндәрҙәге ҡатлау һәм линзаларҙа тупланған (Көнбайыш Озёрный баҡыр колчеданы мәғдәндәре ятҡылығы).

В.Н.Никонов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Яндекс.Метрика