“САЛЮТ”, кинотеатр. 1967—97 йй. Өфөлә эшләгән. 300 урынлыҡ тамаша залы, киноаппарат бүлмәһе, буфеты булған. Кинотеатрҙа кинофестивалдәр, ижади осрашыуҙар, ретроспектив фильм күрһәтеүҙәр һ.б. ойошторолған; кинолекторий эшләгән. Хәҙ. кинотеатр бинаһында А.Ғ.Ғәлимовтың “Айҙар” театр‑студияһы урынлашҡан.

Н.Н.Дьяконова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

Яндекс.Метрика