САЛАУАТ, Кинйәкәй, Ҡолонҡай, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Таштимер а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 15 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 41 км алыҫлыҡта Моһаҡ й. (Урал й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 559 кеше; 1920 – 644; 1939 – 411; 1959 – 384; 1989 – 333; 2002 – 337 кеше. Башҡорттар йәшәй. Халҡы Г.Ф.Орлов ис. АXПК‑нда эшләй. Урта мәктәп, хоспис, клуб, китапхана бар.

 Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе исеме м‑н аталған, уның улы Кинйәкәй Салауатов билдәле. Шулай уҡ Салауат Бәшәйе исеме м‑н теркәлгән. 1795 й. 18 йортта 140 кеше йәшәгән, 1866 й. 68 йортта – 414 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. М.А.Рәхмәтуллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика