“САЛАУАТ”, кинотеатр. 1908 й. Өфөлә “Фурор” электротеатры булараҡ асыла, 1922 й. алып “С.” к/т, 2000 й. башлап “Джиэль” ЯСЙ‑ның мәҙәни комплексы составына инә. 2002 й. алып реконструкция эштәре башҡарыла. “С.” 320 урынлыҡ тамаша залы, киноаппарат бүлмәһе, фойеһы, сәхнәһе, буфеты булған; кинотеатр эргәһендә тынлы оркестр, киноуниверситет эшләгән; кинолекторийҙар, ижади осрашыуҙар үткәрелгән.

Н.Н.Дьяконова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Яндекс.Метрика