“САЛАУАТ”, кинокомплекс, ЯСЙ. 1959 й. Стәрлетамаҡ ҡ. кинотеатр булараҡ асыла, 2003 й. хәҙ. статусын ала. 2 тамаша залы (урындарҙың дөйөм һаны — 360), 2 киноаппарат бүлмәһе, бары, фойеһы бар. 2007 й. 4040 киносеанс үткәрелгән (120 меңдән ашыу тамашасы). “С.” 2000‑се йй. башына тиклем кинолекторийҙар эшләгән, кинофестивалдәр, ижади осрашыуҙар, конференциялар, тематик һәм ретроспектив фильм күрһәтеүҙәр һ.б. үткәрелгән.

Н.Н.Дьяконова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.