БАҘЫ‑ҠУЯН, Ҡуян, Илеш р‑нындағы ауыл, Дөмәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 25 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 89 км алыҫлыҡта Читкурго й. (Баҙы й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 591 кеше; 1920 — 779; 1939 — 607; 1959 — 418; 1989 — 154; 2002 — 133; 2010 — 122 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Дөмәй урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 1762 й. һәм 1783 й. араһында Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ҡуян исеме м‑н типтәрҙәр нигеҙ һала. 1795 й. 11 йортта 58 кеше йәшәгән, 1865 й. 77 йортта — 478 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет (1855 й. төҙөлгән) булған. 19 б. аҙ. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика