ПРАВОСЛАВИЕҒА БАШҠА ДИНДӘН КҮСЕҮСЕЛӘР ӨСӨН МӘХӘЛЛӘЛӘР, православие ҡабул иткән, урыҫ булмаған халыҡтар (башҡа милләт халыҡтары) йәшәгән урындарҙа Урыҫ православие сиркәүе ойошторған түбәнге сиркәү‑адм. берәмектәр.

Өфө губернаһында Дионисий I юллауы б‑са Изге Синодтың 1885 й. 30 нояб. Указы м‑н ойошторола: Бәләбәй өйәҙендә — 8, Бөрө өйәҙендә – 1, Минзәлә өйәҙендә – 12. Өс мәхәлләнең сиркәүҙәре була. Изге Синодтың 1890 й. 8 майындағы Указы м‑н тағы 3 П.б.д.к.ө.м. асыла: Бәләбәй өйәҙендә – 1, Минзәлә өйәҙендә – 1, Өфө өйәҙендә – 1. Ҡаҙна иҫәбенә тотолалар. 1895 й. Өфө епархияһында 60 П.б.д.к.ө.м. эшләй, 50‑гә яҡын сиркәү төҙөлә. Руханиҙар һәм сиркәү хеҙм‑рҙәре Ҡазан башҡа милләттәр өсөн уҡытыусылар семинарияһында, Ҡазан керәшен-татар мәктәбендә, Өфө дини семинарияһында һәм Ырымбур дини семинарияһында белем алған, ш. уҡ дини училищелар һәм сиркәү-мәхәллә мәктәптәре уҡытыусылары араһынан тәғәйенләнә. Ғибәҙәт ҡылыу урыҫ булмаған халыҡтарҙың туған телендә алып барыла. П.б.д.к.ө.м. эргәһендә миссионер мәктәптәре эшләй. Совет власының дингә ҡаршы сәйәсәте барышында юҡ ителә.

Әҙәб.: Златоверховников И.Е. Уфимская епархия. Уфа, 1899.

О.Б.Феклина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика