БАҘЫҠОВ Рәшит Ғәзиз улы (20.07.1932, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Митрәй‑Әйүп а.), онколог. Мед. ф. д‑ры (2000). РСФСР‑ҙың (1985) һәм БАССР‑ҙың (1975) атҡ. табибы, СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1973). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1956) Туймазы р‑нының Ҡандра участка дауаханаһында эшләй. 1960 й. алып Респ. клиник онкология диспансерында (1966 й. башлап бүлек мөдире), бер үк ваҡытта 1968—76 йй. БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш онкологы. Фәнни хеҙмәттәре шештәрҙе хирургик дауалау проблемаларына арналған. Б. дауалау практикаһына бронхыларға пластик операция яһауҙы, ҡыҙыл үңәс, үпкә, ашҡаҙандың кардиаль өлөшө рагын хирургик дауалауҙың яңы алымдарын индерә. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Дуҫлыҡ орд. м‑н бүләкләнгән (2000).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика