ПРАВОСЛАВИЕЛА ИР‑АТТАР ҺӘМ ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР ЙӘМҒИӘТТӘРЕ, православие ҡорамдары эргәһендә диндарҙарҙың миссионерлыҡ, мәғрифәтселек, хәйриә маҡсаттары м‑н ойошторолған йәмғиәттәре. Йәмғиәттәр тәүге тапҡыр 15—17 бб. Белоруссия, Украина, Литва, Чехия терр‑яларында булдырыла, улар католицизмдың әүҙем таралыуы шарттарында православиеның таянысы булып тора; 18 б. дини һәм сәйәси әһәмиәтен юғалта. 19 б. уртаһында Рәсәйҙә расколдың көсәйеүе һәм секталар һаны артыуы йәмғиәттәргә ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра, улар 1864 й. Изге Синод тарафынан эшләнгән “Православие сиркәү Йәмғиәттәрен ойоштороу өсөн төп ҡағиҙәләр” нигеҙендә барлыҡҡа килә башлай. Өфө епархияһында тәүгеләрҙән булып Златоуст ҡ. Изге Троица соборы эргәһендә Изге Троица йәмғиәте (1868) асыла, ул старообрядсылыҡ м‑н көрәшә, дини мәғрифәтселек м‑н шөғөлләнә. 1896—1918 йй. Воскресение кафедраль соборы эргәһендә идара иткән архиерей рәйеслеге аҫтында Өфө епархия Христос Воскресениеһы Йәмғиәте эшләй, уның 4 бүлеге була: миссионерлыҡ, мәғрифәтселек, попечителлек һәм ойоштороу. Ул расколға ҡаршы эште көйләй, епархия һәм өйәҙ миссионерҙары вазифаларын булдыра. 3 йыллыҡ псаломсылар әҙерләү класы, Өфө һаңғырау‑телһеҙҙәр училищеһы, Өфө дини семинарияһының тарих һәм мосолманлыҡты фашлау каф. уның аҡсаһына эшләй. Йәмғиәт 200‑ҙән ашыу ҡорамды төҙөүҙә һәм реставрациялауҙа ҡатнаша, фәҡир сиркәүҙәрҙең рухани хеҙм‑рҙәренә аҡса ярҙамы күрһәтә. 19 б. аҙ. – 20 б. башында бик күп айыҡ тормош йәмғиәттәре асыла, улар вәғәздәр, лекциялар, мәхәлләселәрҙең ялын ойоштороу аша айыҡ тормош рәүешен пропагандалай. 1901 й. Минзәлә өйәҙе сиркәүҙәре т‑да попечителлек итеү маҡсаты м‑н Минзәлә ҡ. Николай соборы эргәһендә “Өс ҡыуаныс” Пресвятая Богородицаһы хөрмәтенә Йәмғиәт булдырыла. 1917—23 йй. Архиерей йортоноң тәреле сиркәүе эргәһендә христиандарҙың үҙ‑үҙен тәрбиәләүе өсөн ойошторолған Заступница Усерднаяның “Бөтә хәсрәтлеләр Ҡыуанысы” Йәмғиәте әүҙем эшләй. 20‑се йй. Өфөлә фәҡирҙәргә һәм асығыусыларға ярҙам итер өсөн Николай соборы эргәһендә Иоанн I етәкс. (1925 й. алып), Симеон сиркәүе эргәһендә Андрей етәкс. (1926—27, рәсми түгел) эш иткән ҡатын-ҡыҙ йәмғиәттәре була. 1992 й. алып Богородский‑Өфө сиркәүе эргәһендә Богородский‑Өфө Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә Йәмғиәт эшләй, 1998 й. ул Крестовоздвиженский сиркәүенә (2001 й. алып Крестовоздвижение йәмғиәте) күсерелә.

Әҙәб.: Празднование 100‑летия Уфимской епархии. 1800—1900. Уфа, 1900.

Н.П.Зимина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика