БАҘЫҠАЙ (Epipactis), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 25 төрө билдәле, Евразияла, Африкала һәм Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Оҙон, йәйелеүсән йәки ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 50—80 см. Япраҡтары оҙонса йәки ҡыяҡ формаһында, осло, төкһөҙ. Сәскәләре йәшкелт ҡуйы ҡыҙыл, һалынҡы, оҙон бер яҡлы тәлгәшкә йыйылған. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — бер оялы ҡумта, июль—сент. өлгөрә. Һаҙлы болондарҙа, ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтар араһында үҫә. Һаҙ Б. һәм ҡуйы ҡыҙыл Б. — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында, Башҡортостандың Урал алдында, аҡһырғаҡ Б. респ. бөтә терр‑яһында осрай. Декоратив үҫемлек. Һаҙ Б. һәм ҡуйы ҡыҙыл Б. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Р.Ғ.Миңлебаев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика