ПЁТР [ысын исеме Варламов Пётр Яковлевич; 1897, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Дияш а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 11.3.1930, Өфө], священно‑ мученик. Священник дәрәжәһен ҡабул иткән (1919). 1915 й. алып псаломсы, 1919 й. — Стәрлетамаҡ кантоны Преображеновка а. Ҡазан Богородица сиркәүенең настоятеле. Сиркәүҙәр һәм православие ҡорамдары ябылыуына ҡаршы сығыш яһай. Репрессиялана (1929), атыла. 1989 й. аҡлана. Өфө епархияһының урындағы хөрмәтләнеүсе изгеләре (1999), 20 б. Рәсәй новомучениктары һәм исповедниктары соборы изгеләре (2000) рәтенә индерелгән, Өфө изгеләре соборына (2008) инә.

Әҙәб.: З и м и н а Н.П. Православные святые Башкирской земли: священномученик Пётр Варламов //Русские Башкортостана: История и культура. Уфа, 2003.

Н.П.Зимина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика