ПЁТР (донъяуи исеме Екатериновский Фёдор; 1810 й. һәм 1815 й. араһы, Һарытау губ. — 27.5.1889, Мәскәү), дин әһеле, Өфө һәм Минзәлә епискобы (1869—76). Дини тәғлимәт канд. (1845). Архимандрит (1852). Монахлыҡ ҡабул иткән (1841). Һарытау дини семинарияһын (1840), Мәскәү дини акад. (1844) тамамлаған. 1844 й. алып Иркутск дини семинарияһының уҡытыусыһы, 1845 й. — инспекторы, 1855 й. — ректоры, 1857 й. — Яңы Архангельск дини семинарияһы ректоры. 1859 й. башлап Камчатка епархияһының Яңы Архангельск, 1866 й. — Яҡут викар епискобы. 1867 й. алып Мәскәү епархияһының Воскресенск Яңы Иерусалим монастыры идарасыһы, 1876 й. — Томск епархияһы епискобы. 1883 й. ялға китә. 1885 й. башлап Заиконоспасск, һуңынан Новоспасск монастырҙары (икеһе лә — Мәскәү) идарасыһы. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында мәжүсиҙәр араһында (ҡара: Мәжүсилек) миссионерлыҡ эшмәкәрлеге, дини уҡыу йорттарын яңы уставтар б‑са үҙгәртеп ҡороу м‑н шөғөлләнә, старообрядсылыҡ  һәм сектантлыҡ таралыуына ҡаршылыҡ күрһәтә; П. ваҡытында бер нисә яңы ҡорам төҙөлә. Монахлыҡ т‑да хеҙмәттәр, дини‑әхлаҡи өгөт, нәсихәттәр һ.б. авторы.

Х е ҙ м.: Указание пути к спасению. (Опыт аскетики). Сергиев Посад, 1905.

Әҙәб.: М а н у и л (Лемешевский), митрополит. Русские православные иерархи, 992—1892. Т.2. М., 2003.

Н.П.Зимина, Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика