ФРУНЗЕ Михаил Васильевич (21.1.1885, Етеһыу өлк. Пишпек ҡ. — 31.10.1925, Мәскәү), хәрби эшмәкәр. 1904 й. алып РСДРП(б) ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Гимназия тамамлаған (Верный ҡ., 1904). 1915—16 й. Чита ҡ. статистик булып эшләгән. 1916 й. алып рус армияһында, 1918 й. — Ҡыҙыл Армияла. 1917 й. башлап Эшсе һәм һалдат депутаттарының Минск советы башҡарма ком‑ты ағзаһы. 1918 й. алып Ярославль хәрби округының хәрби комиссары, 1919 й. ғин. — Көнсығыш фронттың 4‑се армияһы, марттан — Көньяҡ армиялар төркөмө, бер үк ваҡытта май айынан – Төркөстан армияһы; июлдән Көнсығыш фронт командующийы. Ф. етәкс. Боғорослан, Бөгөлмә, Бәләбәй операциялары һәм Өфө операцияһы эшләнгән һәм ғәмәлгә ашырылған. 1919 й. авг. башлап Төркөстан фронты, 1920 й. сент. — Көньяҡ фронт, дек. — Украина һәм Ҡырым ҡораллы көстәре командующийы. 1922 й. алып Украина ССР‑ы ХКС‑ы рәйесе урынбаҫары, 1924 й. — РККА штабы һәм РККА‑ның Хәрби акад. (Мәскәү) нач., 1925 й. — СССР Реввоенсоветы рәйесе, СССР‑ҙың хәрби һәм диңгеҙ эштәре б‑са халыҡ комиссары. Ҡыҙыл Байраҡ орд. (1919, 1924), Почётлы революцион ҡорал (1920) м‑н бүләкләнгән. Ф. исеме м‑н БР‑ҙа һәм РФ‑та торама пункттар, урамдар аталған.

Хеҙм.: Избранные произведения: в 2 т. М., 1957; Неизвестное и забытое: публицистика, мемуары, док., письма. М.,1991.

Әҙәб.: Лебедев В., Ананьев К. М.В.Фрунзе. М., 1957; М.В.Фрунзе на Восточном фронте: сб. док. Куйбышев, 1985.

И.Ф.Плотников

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика