ФРОЛОВ Александр Павлович (27.9.1921, Тамбов губ. Заворонежское а. — 10.10.1994, Өфө), лётчик, майор (1945). Советтар Союзы Геройы (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Чугуевск хәрби авиация уч‑щеһын тамамлаған (1941). 1940 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. сент. башлап Көньяҡ-Көнбайыш, 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт иткән. Герой исеменә 17‑се һауа армияһының 288‑се истребитель авиация див. 659‑сы истребитель авиация полкының эскадрилья ком. урынбаҫары капитан Ф. 475 хәрби осошта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ булған. 1945 й. алып запаста. 1946—60 йй. Яңы Константиновка мәктәбе дир., 1961—63 йй. Ҡыҙыл с‑зының партком секретары, 1965—85 йй. Казанка урта мәктәбе дир. (бөтәһе лә – Әлшәй р‑ны). Ленин (1965), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1943, 1944), Александр Невский (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943, 1985) орд. м‑н бүләкләнгән. Әлшәй р‑нының Раевка а. Ф. исеме м‑н урам аталған, Казанка мәктәбе бинаһына уға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Портрет: А.П.Фролов

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика