ФРЕЙМАН Фёдор (Фердинанд) Юрьевич фон (26.10.1725 — 3.11.1796), хәрби эшмәкәр. Ген.‑поручик (1777). 1741—43 йй. рус-швед һуғышында, 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта, 1772 й. Яйыҡ казактары ихтилалын, Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡанашҡан. 1742 й. алып рус армияһында. 1773 й. окт. В.А.Карҙың экспедицион корпусы составында Е.И.Пугачёвтың Төп ғәскәре ҡамаған Ырымбур ҡ. ебәрелгән. 18 нояб. Карҙан корпусҡа (3,5 мең кеше) командалыҡты ҡабул иткән. 1774 й. ғин. уртаһына тиклем Ҡазан губернаһының көньяҡ-көнсығыш сиктәрен обороналауға етәкселек иткән, Бөгөлмә биҫтәһе һәм Боғорослан биҫтәһе тирәһендә баш күтәреүселәр отрядтарына ҡаршы һуғышҡан. Ғин. 2‑се ярт. П.М.Голицын етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡушылған. 22 мартта Татищев ҡәлғәһе, 1 апр. Ырымбур провинцияһының Һаҡмар ҡаласығы янында Пугачёв ғәскәрен ҡыйратҡан. Майҙан Исәт провинцияһы м‑н Өфө провинцияһында баш күтәреү ынтылыштарын һүндереүгә етәкселек иткән. П.И.Паниндың бойороғона ярашлы окт. уртаһынан Өфө провинцияһының үҙәк һәм төньяҡ-көнсығыш өлөшөн, Пермь провинцияһына сиктәш биләмәләрҙе контролдә тотҡан бригадаға командалыҡ иткән. 1786 й. башлап Рига наместниклығы губернаторы. 4‑се дәрәжә Изге Георгий (1777), Изге Анна (1774) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика