ФЕРАПОНТОВ Владимир Петрович (12.6.1909, Бәләбәй ҡ. — 18.11.1943, Украина ССР‑ының Ерковцы а. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1929—37 йй. Дәүләкән р‑ны халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы, 1941—43 йй. Бәләбәйҙең 1‑се һәм Дәүләкән ҡ. 2‑се урта мәктәптәре директоры. 1943 й. авг. алып Воронеж фронтында хеҙмәт иткән. Герой исеменә 68‑се гвардия уҡсылар див. 202‑се гвардия уҡсылар полкы 1‑се уҡсылар батальоны 1‑се пулемётсылар ротаһының пулемёт расчёты ком. гвардия өлкән сержанты Ф. 1943 й. 25 сент. Украина ССР‑ының Балыко-Щучинка а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ булған. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1943). 1‑се һәм 2‑се мәктәптәргә, Бәләбәй һәм Дәүләкәндә урамдарға Ф. исеме бирелгән. Бәләбәйҙә ул йәшәгән йортҡа һәм 1‑се мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ, Дәүләкәндә һәм Ерковцыла һәйкәл ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин  

 

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.