ФӘХРЕТДИНОВ Тимерйән Йыһанша улы [20.3.1919, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Оло Өстүбә а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 27.11.1979, Өфө], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. майынан Калинин, 1‑се һәм 2‑се Белоруссия фронттарында 2‑се удар армияның 150‑се уҡсылар див. 328‑се артиллерия полкының 4‑се батареяһы тоҫҡаусыһы булып хеҙмәт иткән. Дан орд. м‑н Ф. 1944 й. 18 сент. Белорус ССР‑ы биләмәләрендә, 1945 й. 15 февр. Радовнитце торама пункты (Польша), 1—2 майҙа Берлин янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ булған. Демобилизациянан һуң (1946) Өфөлә йәшәгән һәм эшләгән. 1‑се  (1946), 2‑се (1945) һәм 3‑сө (1944) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән. Бүздәк р‑нының Бүздәк а. Ф. һәйкәл ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

Портрет: Т.Йәхретдинов

Яндекс.Метрика