ФАЛЬК Иоганн Петер (1725, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1727 йәки 1732, Швеция — 31.3.1774, Ҡазан), сәйәхәтсе, ботаник. Медицина докторы. Упсаль ун‑тын (Швеция) тамамлаған. 1767 й. алып Император Фәндәр һәм сәнғәт акад. (С.‑Петербург) Ботаника баҡсаһы директоры. Рәсәйҙең көньяҡ-көнсығыш төбәктәрен өйрәнеү б‑са 1768—74 йй. Академик экспедициялар етәксеһе. Экспедициялар ваҡытында Ырымбур губ. Өфө, Иҫәт провинцияларында, ш. иҫ. Көньяҡ Уралдың 19 тау заводында (Белорет, Вознесенка, Ҡытау-Ивановка, Әүжән-Петровск з‑дтары һ.б.), Бөрө, Өфө ҡҡ., Табын ҡәлғәһендә булған. Ф. тарафынан башҡорт, мари, татар, урыҫ, удмурт, сыуаш һәм төбәктең башҡа халыҡтары т‑да этнографик материалдар тупланған. Башҡорт ауылдарының төҙөлөшө, традицион шөғөлдәре (малсылыҡ, солоҡсолоҡ), хужалығы, йәйләүҙәре хаҡында яҙып ҡалдырған. Император Ирекле иҡтисади ойошмаһы ағзаһы итеп һайланған.

Хеҙм.: Записки путешествия академика Фалька //Полное собрание учёных путешествий по России. Т. 6—7. СПб., 1824—1825.

Әҙәб.: Исследователи-путешественники о Башкортостане: XVIII век. Уфа, 2007.

В.В.Сидоров

Тәрж. М.В.Хәкимова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика