УШАКОВ Сергей Петрович (1828, Тамбов губ. Борисоглебск өйәҙе — 1894), дәүләт эшмәкәре. Тайный советник (1887). Дворян. Паж корпусын (С.‑Петербург) тамамлаған. 1852 й. алып Мәскәү хәрби губернаторы ҡарамағында махсус эштәр чиновнигы, 1862 й. — Һамар вице-губернаторы. 1867 й. башлап Өфө губернаторы. Өфө губернаһында дәүләт крәҫтиәндәренең ер ҡоролошон үткәргән, Ҡала реформаһын (1870) ғәмәлгә ашырған, матбуғатҡа цензура индергән. Өфө өйәҙендә хосуси милеккә 2,5 мең дисәтинә ер алған. 1873—87 йй. Тула губернаторы. Сенатор (1887). Аҡ Бөркөт (1879), 1‑се (1870), 2‑се (1863) дәрәжә Изге Анна, 1‑се (1868), 3‑сө (1861) дәрәжә Изге Станислав орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөнөң почётлы гражданы (1870).

Р.И.Ҡантимерова

Тәрж. М.Х.Хужин