УШАКОВ Пётр Алексеевич [1922, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Николаевка а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны) — 31.1.1944, Украина ССР‑ының Алексеевка а.], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. алып Ялан һәм 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 37‑се армияның 89‑сы гвардия уҡсылар див. 267‑се гвардия уҡсылар полкының миномёт расчёты ком. кесе сержант У. 1943 й. 29 сент. Украина ССР‑ының Коноплянка а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1944). Николаевка а. У. исеме м‑н урам аталған, уға һәйкәл ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

П.: П.А.Ушаков