ҮТӘШЕВ Марат Мөхәр улы (1.11.1938, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Иҫәнғол а.), политолог. Юридик ф. канд. (1983), сәйәси ф. д‑ры (1996), проф. (1998). Свердловск юридик ин‑тын тамамлағандан һуң (1966) БАССР Прокуратураһында эшләй. 1968 й. алып КПСС‑тың Өфө ҡала ком‑ты инструкторы, 1971 й. — КПСС‑тың Киров район ком‑тының, 1980 й. — КПСС‑тың Өфө ҡала ком‑тының бүлек мөдире. 1986 й. башлап РФА Өфө ФҮ‑нең Иҡтисад һәм социология ин‑тында өлкән ғилми хеҙм‑р, 1996 й. — БДУ‑ла эшләй (2000 й. алып Хоҡуҡ ин‑тының дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре хоҡуҡи дәүләт һәм граждандар йәмғиәте, кеше хоҡуҡтары һәм азатлығы мәсьәләләренә арналған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1976).

Хеҙм.: Политическое поведение в постсоциалистическом обществе. Уфа, 1995; Права человека в российском правосознании. Уфа, 2004 (авторҙ.); История создания и правовое обоснование деятельности политической юстиции и внесудебная деятельность репрессивных органов в Башкирской АССР в 1917—1939 гг. Уфа, 2008 (авторҙ.).

В.К.Сәмиғуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика