ҮТӘМЕШЕВТӘР, сауҙагәрҙәр. Билдәле булғандары: Зариф Ибраһим улы Ү., 19 б. аҙ. Стәрлетамаҡ ҡ. тирмән, колониаль тауарҙар магазины, типография тотҡан; татар телендә китаптар һәм дәреслектәр сығарған. Хәйриә м‑н шөғөлләнгән. Стәрлетамаҡйәмиғ мәсете м‑н Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһе попечителе булған. Уның улдары: Абдулла Зариф улы Ү. һәм Мостафа Зариф улы Ү., бергә Стәрлетамаҡта 3 сауҙа һәм торлаҡ йорт тотҡандар. Абдулла Зариф улы Ү. улы — Әбделкәрим Абдулла улы Ү., Стәрлетамаҡ үҙ-ара кредит йәмғиәте идаралығы ағзаһы. Ү. нәҫеле вәкилдәре иген м‑н сауҙа иткән, сәй төрөү ф‑каһы тотҡан.

И.В.Денисов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Яндекс.Метрика