ҮТӘҒОЛОВ Зөбәй Төхвәт улы [15.9.1913, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Баҡый а. (БР‑ҙың Белорет р‑ны) — 15.1.1943, Ростов өлк. Донской ҡсб ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1939). 1932 й. алып Белорет, Малаяҙ, Мәләүез р‑ндары мәктәптәрендә эшләй. 1942 й. нояб. башлап Көньяҡ-Көнбайыш фронтта хеҙмәт итә. Герой исеменә 1‑се гвардия армияһының 44‑се гвардия уҡсылар див. 130‑сы гвардия уҡсылар полкы уҡсыһы рядовой Ү. 1943 й. 15 ғин. Донской ҡасабаһы янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1943). Белорет ҡ. һәм Ростов өлк. Красновка т. юл ст. Ү. — һәйкәл, Мәләүез р‑нының Үрге Юлдаш а. мәктәбе бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

П.: З.Т.Үтәғолов

Яндекс.Метрика