ҮТӘП ЯРАТҠОЛОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Исәт провинцияһының Әйле улусы башҡорто. Шул уҡ улустың йөҙбашы. 1773 й. окт. Ҡыҙыл ҡәлғәһе коменданты секунд- майор И.Демидов командаһына килә һәм баш күтәреүселәр яғына сыға. 1774 й. майында ҡаҙаҡтарҙың ихтилалға ҡораллы ярҙамы т‑да һөйләшеүҙәр алып барыр өсөн Пугачёв тарафынан башҡ. делегацияһы составында Урта йөҙ ханы Әбләйгә ебәрелә. 1774 й. көҙөндә подполковник И.Л.Тимашевҡа (ҡара: Тимашевтар) ғәйебен танып килә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

С.У.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин