УТИН Василий Ильич [17.12.1918, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Буғабаш а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 10.12.1941, Украина ССР‑ының Софьино-Раевка а. янында, Камышатка а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1942). 1940 й. совет ғәскәрҙәренең Бессарабияға һәм Төньяҡ Буковинаға хәрби походта, Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Баҡалы р‑нында уҡытыусы булып эшләгән. 1939 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. башлап Көньяҡ фронтта хеҙмәт итә. Герой исеменә 12‑се армияның 95‑се айырым тәғәйенләнештәге Эске эштәр ХК сик буйы полкының уҡсы-автоматсыһы политрук урынбаҫары У. 1941 й. 9—10 дек. Еленовка һәм Софьино-Раевка аа. янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1942). Буғабаш а. — ул уҡыған мәктәпкә, Баҡалы р‑нының Баҡалы а. һәм Багратионовск ҡ. урамға уның исеме бирелгән; Калининград өлк. сик буйы заставаһында уға һәйкәл ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

П.: В.И.Утин