УТАР, башҡорттарҙың ҡышлау урыны (ҡара: Башҡорт йәйләүҙәре). Ҡалҡыу, ел һәм ҡар үтмәгән ышыҡ урында, тау болононда йәки тауҙың һөҙәк битләүендә урынлашҡан була. Ағас иҙәнле һәм ҡабыҡ, һалам м‑н ябылған ике яҡлы ҡыйыҡлы, бурап яһалған бер бүлмәле 2—3 өйҙән (ҡышлаҡ, ҡышҡы йорт, төп йорт) торған. Традицион интерьер өсөн киң һике, сыуал хас булған. Мал-тыуар аҫырар өсөн һарай м‑н лапаҫ, йәш малдарға бәләкәй ер өй һ.б. төҙөгәндәр (ҡара: Хужалыҡ ҡаралтылары). У. яҡынса нояб. башлап май аҙ. тиклем йәшәгәндәр; ҡағиҙә булараҡ, йорт хужаһы үҙе м‑н йәш ҡатыны йәки улдары м‑н килендәре, ш. уҡ ялсылары, көтөүселәре торған. Ҡайһы бер осраҡта У. бер нисә ҡәрҙәш ғаилә төҙөгән. Һуңынан У. урынында ауылдар барлыҡҡа килгән. У. малсылыҡ м‑н шөғөлләнгән күп кенә халыҡтарҙа, ш. иҫ. нуғайҙарҙа, ҡырғыҙҙарҙа, ҡаҙаҡтарҙа һ.б., таралған.

Тәрж. М.В.Хәкимова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.