УСТЮГОВ Николай Владимирович [23.12.1896, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Синеглазов ҡсб, хәҙ. Силәбе өлк. Синеглазов а. (Копейск ҡ. составында), — 24.9.1963, Вильнюс], тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1957), проф. (1959). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1957). Граждандар һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. МДУ‑ны тамамлаған (1924). 1935 й. алып (өҙөклөк м‑н) СССР ФА‑ның Тарих ин‑ты (Мәскәү) хеҙм‑ре, бер үк ваҡытта 1938 й. башлап (өҙөклөк м‑н) Мәскәү тарих-архив ин‑тында уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре 17—19 бб. Рәсәйҙең соц.‑иҡт. үҫеше мәсьәләләренә, Урал- Волга буйы һ. б. төбәк халыҡтары, башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.) тарихына, сығанаҡтар өйрәнеү, археография, историографияға арналған. 150‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. “Башҡорт АССР‑ы тарихы буйынса очерктар” (“Очерки по истории Башкирской АССР”; 1‑се том), “Башҡорт АССР‑ы тарихы буйынса материалдар” (“Материалы по истории Башкирской АССР”; 4—5‑се том, икеһе лә — 1956, ҡара: “Башҡортостан тарихы буйынса материалдар”) китаптарын баҫмаға әҙерләүҙә ҡатнаша. Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән (1944).

Х е ҙ м.: Башкирское восстание 1737—1739 гг. М.; Л., 1950; Солеваренная промышленность Соли Камской в XVII веке: к вопросу о генезисе капиталистических отношений в русской промышленности. М., 1957; О характере башкирских восстаний XVII — первой половины XVIII в. // Материалы научной сессии, посвящённой 400‑летию присоединения Башкирии к Русскому государству. Уфа, 1958.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев