УСМАНОВТАР, сауҙагәрҙәр. Ғәйфулла Ғәлиулла улы У. (1856—?). Стәрлетамаҡ ҡ. тирмәне, мануфактура магазины, ҡунаҡханаһы, 3 йорто булған. 1898—1914 йй. Стәрлетамаҡ ҡала думаһы һәм өйәҙ земство йыйылышы гласныйы; Ғәбиҙулла Ғәлиулла улы У. Өфөлә “Усмановтар һәм К°” сауҙа йортон төҙөгән, һабын ҡайнатыу заводы, Үрге Сауҙа майҙанында 2 ҡатлы магазин тотҡан. 1912 й. уның Өфөләге мөлкәте 39 мең һумға баһаланған. Ағаһы Ғәтиәтулла Ғәлиулла улы У. м‑н бергә Стәрлетамаҡта һәм Стәрлетамаҡөйәҙендә йорттарға хужа булған, мануфактура, бакалея һәм кондитер изделиелары м‑н сауҙа иткән. У. хәйриәм‑н шөғөлләнгән. 1920 йй. У. нәҫеленең күп вәкилдәре репрессияланып, мөлкәте тартып алына.

И.В.Денисов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев