УСМАНОВА Людмила Фуат ҡыҙы (7.6.1950, Етеғара ҡ.), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (2001). К.Ф.Усманованың апаһы. Свердловск юридик ин‑тын тамамлағандан һуң (1971), БАССР‑ҙың ЭЭМ органдарында, 1974 й. алып БДУ‑ла, 1996 й. — ӨДАТУ‑ла эшләй, 2001—02 йй. Эшҡыуарлыҡ, иҡтисад һәм хоҡуҡ ин‑ты ректоры (Өфө), 2003—05 йй. Рәсәй сауҙа-иҡтисад ун‑тының Өфө ин‑тында (филиалында) уҡыта. 2007 й. башлап Төмән архитектура-төҙөлөш ун‑тында, 2008—09 йй. Сыктывкар ун‑тында (гражданлыҡ хоҡуғы һәм процесы каф. мөдире), бер үк ваҡытта 2007 й. алып Төмән ун‑тында эшләй. Фәнни хеҙмәттәре аграр хоҡуҡ, ер хоҡуғы, экологик хоҡуҡ мәсьәләләренә һ.б. арналған. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Правовое регулирование природопользования и охраны окружающей среды в аграрном секторе экономики. Уфа, 2000.

Тәрж. М.Х.Хужин

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.