УСМАНОВ Хәмзә Фәтих улы [24.4. 1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Туҙлыҡыуыш а. (БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны) – 13.1.2009, Өфө], тарихсы. БР ФА‑ның почётлы акад. (1998). Тарих ф. д‑ры (1978), проф. (1994). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1981). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1950). 1940— 41 йй. Ура-Түбә р‑ны урта мәктәбе (Тажик ССР‑ы) уҡытыусыһы. 1946 й. алып СССР‑ҙың Дәүләт контроле министрлығында (Өфө), 1948 й. башлап БАССР МС‑ында, 1950—52 йй. Стәрлетамаҡ р‑ны Түб. Уҫылы урта мәктәбендә эшләй; 1955—2006 йй. (өҙөклөк м‑н) ТТӘИ‑лә: 1964 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1978 й. — сектор мөдире, 1980 й. — дир., 1988 й. башлап бүлек мөдире, 1993 й. — баш ғилми хеҙм‑р; 1962—63 йй. Бөрө пед. ин‑ты проректоры. Фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостандыңсоц.‑иҡт. үҫеше, 19 б. 2‑се ярт. — 20 б. башында революция хәрәкәте тарихына арналған. 60‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1945), Александр Невский (1944), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Столыпинская аграрная реформа в Башкирии. Уфа, 1958; Развитие капитализма в сельском хозяйстве Башкирии в пореформенный период, 60—90‑е годы XIX в. М., 1981.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

Портрет: Х.Ф.Усманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018