УСМАНОВ Әбүбәкер Нурийән улы [24.4.1910, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Имән а. (БР‑ҙың Балтас р‑ны) – 13.6. 1982, Өфө], тарихсы, фольклорсы. Тарих ф. канд. (1960). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1970). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1948). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1933). 1937—71 йй. (өҙөклөктәр м‑н) ТТӘИ хеҙм‑ре: 1939 й. тиклем һәм 1943 й. алып дир., 1951 й. дир. урынбаҫары; 1940 й. башлап БАССР ХКС‑ы эргәһендәге Сәнғәт эштәре идаралығы нач., 1941—43 йй. ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты секретары. Фәнни хеҙмәттәре Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы, башҡорттарҙың 1812 й. Ватан һуғышында, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыу тарихына арналған. Башҡ. фольклоры б‑са материалдар йыйыу, өйрәнеү һәм уларҙы нәшер итеү м‑н шөғөлләнгән; “1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт атлылары” (1944), “Салауат батыр” (1945) легендалар һәм йырҙар, “Башҡорт халыҡ әкиәттәре” (1952) йыйынтыҡтарын төҙөгән. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Өфөлә У. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Х е ҙ м.: Башкирский народ в Отечественной войне 1812 года. Уфа, 1964; Добровольное присоединение Башкирии к Русскому государству. 2‑е изд. Уфа, 1982.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.