ҮҪӘРГӘН КАНТОНЫ, 1919 й. 20 мартында Орск өйәҙенең Демократик, Ҡансыра, Ҡоруйыл, Ҡыуандыҡ, Поимка, Сәлих, Үҫәргән-Хәйбулла, 1‑се, 2-се, 3-сө, 4-се, 5-се, 6-сы Үҫәргән, Фёдоровка, Һамар һәм Чеботарёвка улустары нигеҙендә АСБР составында ойошторола. 1917 й. ойошторолған авт. Башҡортостандың Ү.к. сиктәре нигеҙ итеп алынған. Төньяҡта — Бөрйән- Түңгәүер кантоны, көнсығышта һәм көньяҡта — Орск өйәҙе, көнбайышта — Ырымбур өйәҙе, төньяҡ-көнбайышта Ҡыпсаҡ кантоны м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Ейәнсура ауылы. Майҙаны — 9838 км2. Халҡы 1920 й. — 99071 кеше. 8 амбулатория, 3 балалар дауаханаһы (1922), 9 китапхана, уҡыу өйө (1921) булған. 1922 й. 5 окт. кантон бөтөрөлә, терр‑яһы (18 улус) Йылайыр кантоны составына инә.

Ф.Ғ.Нуғаева

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Карта: Үҫәргән кантоны (1920)

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018