УРЫН, ағастан яһалған махсус аҫлыҡтан (урын аяғы, һандыҡ аяғы), һандыҡтан, урын кәрәк-ярағынан торған йыйылма. Шулай уҡ башҡорттарҙың традицион интерьерында йортто биҙәү өсөн хеҙмәт иткән. Тирмәнең түрендә, ишектең һул яғынан ҡуйылған, даими йәшәгән торлаҡтарҙа башлыса уң яҡтан (ҡатын-ҡыҙ яғы) йәки ишеккә ҡаршы мөйөштә урынлашҡан була. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышында ҡаралды аяғы файҙаланылған. Ағастан эшләнгән әйберҙәрҙе төрлө майлы буяуҙар м‑н буяғандар, семәрләгәндәр (ҡара: Нәфис ағас сәнғәте), һандыҡты ш. уҡ ҡалай м‑н көпләгәндәр. У. кәрәк-ярағына аппликация, сигеү м‑н биҙәлгән юрғандар, кейеҙ (серге һ.б.; ҡара: Нәфис кейеҙ сәнғәте, Кейеҙ баҫыу) һәм тула әйберҙәр (ҡара: Тула баҫыу), балаҫтар (ҡара: Балаҫ һуғыу) ингән. Улар ҡайылған суҡлы таҫма (ҡаралды бауы, урын тартмаһы, түшәк тартмаһы) м‑н тарттырып бәйләп ҡуйылған.

Тәрж. М.В.Хәкимова