УРНАШ, башҡорттарҙа йәштәрҙең аралашыу өсөн ойошторолған традицион йолаһы. Берәй ҡыҙ өйөндә, уның ата-әсәһе өйҙә булмағанда көҙ, ҡыш көндәре үткәрелгән, ғәҙәттә, хужалар уларға күҙ-ҡолаҡ булырға ҡатын-ҡыҙ туғандарының береһен ҡалдырған. У. егеттәр, ш. иҫ. күрше ауыл егеттәре, саҡырылған. Килтерелгән аҙыҡтарҙан ҡыҙҙар төрлө ризыҡ әҙерләгән (ҡара: Башҡорт аш-һыуы). Киске аштан һуң йәштәр халыҡ йырҙарын, бейеүҙәрен, таҡмаҡтарын башҡарыуҙа, музыка ҡоралдарында (гармун, думбыра, ҡубыҙ, ҡурай) уйнауҙа үҙҙәренең таҫыллығын күрһәткән, йомаҡ ҡойошҡан. Бер-береһенә күңелдәре ятыуын белдереү өсөн төрлө халыҡ уйындары — “күҙ бәйләш”, йөҙөк һалыу”, “көйһөҙ кейәү”, “күгәрсен ашатыу”, “йүкәмеш” һ.б. — үткәргәндәр. У. ваҡытында уйындар, аулаҡтан айырмалы, тауышһыҙ -тынһыҙ үткән, ҡайһы берҙә таңға тиклем һуҙылған, һуңынан ҡыҙҙар шул уҡ өйҙә ҡуна ҡалған. У. күберәк Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәктәрендә осраған. Шулай уҡ татарҙарҙа таралған була.

Тәрж. М.В.Хәкимова