БАҘЛЫҠ, Послок, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Баҙлыҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 7 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 47 км алыҫлыҡта Баҙлыҡ й. (Мәнәүез й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1730 кеше; 1920 — 2017; 1939 — 878; 1959 — 1251; 1989 — 1049; 2002 — 1023; 2010 — 916 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Салкус” сыуаш халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Илекәй‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1788 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1727 й.) керҙәшлек килешеүе б‑са Боғорослан өйәҙенең сыуаш крәҫтиәндәре нигеҙ һала. Шулай уҡ Васильевка, Баҙлыҡ‑Васильевка булараҡ теркәлгән. 1865 й. 107 йортта 748 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 9 тирмән‑болғауыс булған. 1906 й. сиркәү (1891 й. төҙөлгән), сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, 4 тимерлек, 5 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. К.Д.Андреев, П.В.Сергеев ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика