УРАН, башҡ. ҡәбиләһе. Тамғалары:  . Этник яҡтан Алтай һәм Урта Азияның монгол һәм төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. “Уран” этнонимы монгол, уғыҙ, тува халыҡтарында билдәле. Көньяҡ Уралға ҡәбилә көньяҡтан Мейәс й. буйына күсеп килгән, һуңынан Кама һәм Беүә йй. араһында таралып, гәрәғәйнә, ирәкте, ҡатай, ыуаныш ҡәбиләләре м‑н күрше йәшәгән. 16 б. 1‑се ярт. Иҫән хан етәкс. башҡорт ырыуҙары берләшмәһенә ингән. 17—18 бб. У. бер өлөшө Урал аръяғына күсеп, Мейәс й. үрге ағымы терр‑яһын биләгән. Башҡортостандың Рус дәүләтенәҡушылыуынан һуң, ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Уҫы даруғаһының Уран улусын тәшкил иткән. Бында, П.И.Рычков мәғлүмәттәре б‑са, 18 б. уртаһында 218 йорт иҫәпләнгән. 18—19 бб. аҙ. ҡәбилә йәшәгән ерҙәр — Бөрөөйәҙенә, Екатеринбург өйәҙенә, Силәбе өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 2‑се, 3‑сө (артабан 14‑се, 5‑се), 5‑се (10‑сы, 11‑се) башҡ. кантонына (1790—1854) ингән. Хәҙ. ҡәбилә йәшәгән терр‑я БР‑ҙың Краснокама, Ҡалтасы, Яңауыл р‑ндарына ҡарай.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. М.В.Хәкимова

Илл.: Текстағы тамғалар