УРАЛ ТАУ УҠСЫЛАРЫ КОРПУСЫ 3‑сө, 1918 й. июлендә Силәбе ҡ. Урал армия корпусы булараҡ ойошторола; 14 июлдән — Айырым Урал, авг. алып 3‑сө Айырым Урал, сент. — 3‑сө Урал армия, 1919 й. ғин. башлап 3‑сө У.т.у.к. Корпус составына 6‑сы һәм 7‑се Урал тау уҡсылары див., 25‑се Екатеринбург, 26‑сы Шадринск, 27‑се Ҡамышлы тау уҡсылары, 28‑се Красноуфимск полктары, 7‑се Урал тау уҡсылары артиллерия дивизионы ингән. Себер армияһы һәм Көнбайыш армия составында булған. Граждандар һуғышы осоронда 1919 й. март.—апр. Рус армияһы һөжүмендә ҡатнашҡан, 13 мартта У.т.у.к. частары Өфөнө алған. Бәләбәй операцияһы ваҡытында РККА частары тарафынан ҡыйратылған. 1919 й. июнендә Урал ғәскәрҙәре төркөмөнә үҙгәртелгән. Корпус ком.: ген.‑лейт. М.В.Ханжин (1918 й. июленән), ген.‑майорҙар В.В.Голицын (1918 й. дек. аҙ. алып), В.И.Волков (1919 й. июне), П.А.Иванов-Мумжиев (1919 й. июнь аҙ. алып).

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. М.Х.Хужин

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.