УРАЛ ӨЛКӘҺЕ, 1923 й. 3 нояб. РСФСР составында ойошторола. Өлкәгә Екатеринбург губернаһы, Пермь губернаһы, Төмән һәм Силәбе губерналары инә. Төньяҡ-көнсығышта — Көнсығыш Себер крайы, көнсығышта — Көнбайыш Себер крайы, көньяҡ-көнсығышта — Ҡаҙаҡ АССР‑ы, көньяҡ-көнбайышта — БАССР, ТАССР, көнбайышта — Горький крайы, төньяҡ-көнбайышта — Төньяҡ крайы м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Свердловск ҡалаһы. Өлкә терр‑яһында 16 округ (Златоуст, Ишем, Коми-Пермяк, Көңгөр, Ҡурған, Пермь, Сарапул, Свердловск, Силәбе, Тагил, Төмән, Троицк, Тубыл, Үрге Кама, Шадринск, Эрбет) һәм 205 район ойошторолған. Майҙаны — 1659 мең км2, 1933 й. — 1896 мең км2. Халҡы (мең кеше): 1926 й. — 6787,3 (башҡорттар — 59,1, белорустар — 25,1, йәһүдтәр — 12,6, комиҙар — 15, коми-пермяктар — 126,6, мариҙар — 18,8, нуғайбәктәр — 11,1, татарҙар — 193,1, удмурттар — 13,8, украиндар — 47,6 урыҫтар — 6184,4 һ.б.). Башҡорттар башлыса Златоуст (1498 кеше), Көңгөр (2277), Пермь (2619), Сарапул (29571), Свердловск (6637), Троицк (1063), Силәбе (14990) округтарында йәшәгән. 1926 й. У.ө. БАССР составынан — 130‑ға яҡын торама пункт, 82,3 мең га ер һәм урман (Арғаяш кантоны, Бөрө кантоны һәм Мәсәғүт кантоны ерҙәренең бер өлөшө), У.ө. составынан БАССР‑ға 60‑ҡа яҡын торама пункт, 85,8 мең га ер һәм урман бирелгән. 210 район, 3206 ауыл советы иҫәпләнгән (1926). Сәнәғәттең металл эшкәртеү, металлургия, күмер сығарыу һәм химия тармағы пр‑тиелары эшләгән. 1928—32 йй. 150‑гә яҡын эре пр‑тие төҙөлгән. Бөтә Рәсәй ҮБК Президиумының 1934 й. 17 ғин. ҡарары м‑н өлкә бөтөрөлә, уның терр‑яһы Обь-Иртыш, Свердловск, Силәбе өлкәләренә бүленә.

З.Ғ.Ғәтиәтуллин, Р.Р.Фазылов

Тәрж. М.Х.Хужин