УРАЛ ҒӘСКӘРҘӘРЕ ТӨРКӨМӨ, Рус армияһында, 1919 й. июнендә Юғары баш командующий адмирал А.В.Колчактың бойороғо б‑са 3‑сө Урал тау уҡсылары корпусы базаһында ойошторолған. У.ғ.т. составына — 6‑сы һәм 7‑се Урал тау уҡсылары див., 11‑се һәм 12‑се Урал уҡсылар див., 1‑се айырым уҡсылар бригадаһы һәм 2‑се Өфө кавалерия див. (ҡара: Өфө кавалерия дивизиялары), 1919 й. нояб. Дала ғәскәрҙәре төркөмө ингән. У.ғ.т. Көнбайыш армия, июлдән Көнсығыш фронттың 3‑сө армияһы составында булған.  Граждандар һуғышы ваҡытында Уралда һәм Себерҙә РККА‑ның Бишенсе армияһы частарына ҡаршы һуғышҡан; Златоуст операцияһы, Силәбе операцияһы һөҙөмтәһендә Тубыл й. сигенгән; 1919—20 йй. Бөйөк Себер боҙ походында ҡатнашҡан. 1920 й. февр. таратылған. У.ғ.т. команд.: ген.‑майорҙар В.И.Волков (1919 й. июне), П.А.Иванов-Мумжиев (июнь аҙағынан), В.Д.Косьмин (авг. алып), Д.А.Лебедев (1919 й. нояб. алып).

Р.С.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин