УРАЛ АРМИЯҺЫ, 1918 й. апр. Урал казак ғәскәре частарынан ойошторолған, 1918 й. дек. алып Рус армияһы составындағы Урал айырым армияһы. У.а. 1‑се Урал һәм 2‑се Илек казак корпустары, 1919 й. сент. башлап Ырымбур армияһының 1‑се Ырымбур казак корпусы частары ингән. Граждандар һуғышы ваҡытында 1918 й. апр.—июлендә Ҡыҙыл Армия частарына, июндән — РККА‑ның Беренсе армияһына, Көнсығыш фронттың 4‑се армияһына ҡаршы һуғышҡан. 1919 й. ғин. Уральск ҡ. ҡалдырған, ҡаланы тағы ла алырға маташҡан, июлдә Лбищенск пристаненә, артабан Гурьев ҡ. сигенгән, авг. алып Төркөстан фронты частарына ҡаршы алышҡан. РККА‑ның 1919—20 йй. Урал-Гурьев операцияһында У.а. ҡыйратылған, частың ҡалдыҡтары Форт-Александровский ҡ. сигенгән, 1920 й. апр. Ҡыҙыл Армияға әсиргә төшкән, 200‑гә яҡын кеше командующий В.С.Толстов етәкс. Иранға сығып киткән. У.а. командующийҙары: ген.‑майорҙар М.Ф.Мартынов (1918 й. апр. алып), В.И.Акутин (сент. алып), ген.‑лейтенанттар Н.А.Савельев (1918 й. нояб. алып), Толстов (1919 й. апр. алып).

И.Ф.Плотников

Тәрж. М.Х.Хужин

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018