УРАЛ-ВОЛГА МЕТАЛЛУРГИЯ АКЦИОНЕРҘА ЙӘМҒИӘТЕ, 1896 й. Париж халыҡ-ара, С.‑Петербург халыҡ-ара, С.‑Петербург иҫәп һәм ссуда банкылары тарафынан ойошторола. Идараһы — Парижда, Баш идаралығы С.‑Петербургта урынлашҡан була. 1896 й. төп капиталы 18 млн франк тәшкил итә. Йәмғиәт Әүжән-Петровск заводына һәм Ләмәҙ заводына, яҡынса 100 мең дисәтинә ергә хужа булған; Дон ғәскәре өлкә-һендә таш күмер руднигы м‑н эзбиз сығарыу урынын, башҡорттарҙан яҡынса 500 мең дисәтинә урманды ҡуртымға алған. 1897 й. Царицын ҡ. йәмғиәт тарафынан металлургия заводына нигеҙ һалына. 1900 й. Комаров тимер мәғдәне ятҡылыҡтары һәм Көньяҡ Уралтау заводтары акционерҙар йәмғиәте төҙөлә. 1911 й. Рәсәй акционерҙар йәмғиәтенә үҙгәртелә (1915 й. уставы ҡабул ителә). 1918 й. бөтөрөлә.

З.И.Гудкова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев