УРАЛ” Башҡорт халыҡ үҙәге, башҡорттарҙың мәҙәниәтен, телен тергеҙеү, һаҡлау һәм үҫтереү, уларҙы республиканың ижт.‑сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашыуға йәлеп итеү маҡсатында ойошторолған йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1989 й. “Аҡ тирмә” респ. башҡ. мәҙәниәте клубы инициативаһы м‑н ойошторола. Иң юғары органы — съезд (2 йылға 1 тапҡыр саҡырыла); съездар араһында – идара. БР‑ҙың ҡала һәм райондарында филиалдары бар. Ойошма дәүләт власының федераль һәм урындағы үҙидара органдарына һайлау кампанияларында, дәүләт программаларын эшләү, ҡабул итеү һәм ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнашыу, мәғариф, йәш быуынды тәрбиәләү һәм эшкә урынлаштырыу, тирәҡ мөхитте һаҡлау, халыҡ һаулығы проблемаларын хәл итеү, сәйәси партиялар һәм йәмәғәт ойошмалары м‑н хеҙмәттәшлек итеү һ.б. м‑н шөғөлләнә. Үҙәк 1—3‑сө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙарын [ҡара: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)] әҙерләү һәм үткәреүҙә ҡатнашҡан, “Замандаш” гәз. нәшер иткән; башҡ. йыйындарын тергеҙеү б‑са эш алып бара. Рәйестәре: Р.Шәкүр (1989 й. алып), М.М.Ҡолшәрипов (1991 й. алып), Ә.М.Боҫҡонов (1996 й. алып), Ҡ.Аралбай (2002 й. алып), Р.Ш.Иҫәнов (2004 й. алып).

Ә.М.Боҫҡонов

Тәрж. М.Х.Хужин

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018