УН (һыу-ун, һунарсы), башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы:байҡы, ҡыр-У., һыу‑У., ун. Тамғалары:  . Этник яҡтан Алтай һәм Урта Азияның төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. У. формалашыуына уларҙың Арал буйы төрки-бәшнәк һәм Азов буйы болғар-уғыр ҡәбиләләре мөхитендә йәшәүе йоғонто яһаған. 13—14 бб. У. көньяҡ Урал алдынан Ағиҙел й. урта ағымы буйына, 16 б. уртаһында төньяҡҡа күсеп, Тере Танып й. үҙәненә, бер өлөшө — Ҡариҙел й. уң яры буйлап,Йүрүҙән й. ҡойған урында төпләнгән. 18 б. У. йәлдәк, мең, мырҙалар, танып ҡәбиләләре м‑нкүрше булған. Башҡортостандың Рус дәүләтенәҡушылыуынан һуң, ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Уҫы даруғаһыныңһәм Себер даруғаһыныңҠыр-Һунлар, Һунлар улусын тәшкил иткән. 18—19 бб. аҙ. У. таралып ултырған терр‑я — Бөрөөйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 5‑се (артабан 10‑сы, 11‑се) башҡ. кантонына (1790—1854) ингән. Хәҙ. ҡәбилә йәшәгән ерҙәр БР‑ҙың Асҡын, Балтас, Ҡариҙел, Мишкә р‑ндарына ҡарай.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. М.В.Хәкимова