УЛЬЯНОВ Илья Иванович (яҡынса 1744 й. — 1775, Эстляндия губ. Балтик Порты ҡ., хәҙ. Палдиски ҡ., Эстония), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75)ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Яйыҡ казактарынан. 1773 й. нояб. аҙ. Пугачёвтарафынан артиллерия орудиелары һәм боеприпастар етештереп ебәреп тороуҙы ойошторор өсөн И.Н.Зарубин һәм Я.С.Антипов м‑н Воскресенка заводына ебәрелә. 1773 й. дек. алып Өфөнө ҡамауҙа һәм штурмлауҙа, 1774 й. февр. В.И.Торнов һәм Ҡаранай Моратов м‑н берлектә — Ҡазан даруғаһында А.И.Бибиков етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа, Нуғайбәк ҡәлғәһен алыуҙа ҡатнаша. Мартта А.Л.Ларионов етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштар ваҡытында Өфө тирәһенә сигенә. Март аҙағында Өфө провинцияһыныңЗубов а. янында И.И.Михельсон етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алышта баш күтәреүсе отрядтар ҡыйратылғандан һуң, Табын ҡәлғәһенә ҡасҡан һәм шунда әсиргә алынған. Ҡазан йәшерен комиссияһында, Мәскәүҙә Сенаттың Йәшерен экспедицияһында тикшереү үткән; ҡамсы м‑н һуҡтырылып, Балтик Портына һөргөнгә оҙатылған.

С.У.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин