УЛОЖЕННЫЙ КОМИССИЯ, Яңы Уложение проектын төҙөү комиссияһы, Собор уложениеһы сыҡҡандан һуң ғәмәлгә ингән Рәсәй империяһы ҡанундарын кодификациялар өсөн 1767—69 йй. булған Юғары Сенат ҡарамағындағы учреждение. Императрица Екатерина II 1766 й. 14 дек. манифесы м‑н булдырыла. Дворяндар (ҡара: Дворянлыҡ), ҡала кешеләре, дәүләт крәҫтиәндәре, казактар, “күскенсе булмаған ситтән килгән халыҡ” һәм үҙәк хөкүмәт учреждениеларынан (Сенат, Синод, коллегиялар һ.б.) депутат һайлауҙары үткәргәндән һуң, Мәскәүҙә 1767 й. 30 июлендә эш башлай; 1768 й. февр. алып С.‑Петербургта урынлаша. У.к. м‑н маршал (рәйес) А.И.Бибиков һәм ген.‑прокурор А.А.Вяземский етәкс. иткән. Дөйөм канцелярия, Ҙур йыйылыш (576 депутат) һәм айырым комиссияларҙан (5‑әр депутат) торған.

Ырымбур губернаһынан У.к. башҡорттарҙан депутат булып Баҙарғол Юнаев һәм Туҡтамыш Ишбулатов, дворяндарҙан — С.И.Аничков һәм И.П.Толстов, ҡала кешеләренән — И.Л.Коченев, А.С.Куприянов, А.И.Мисайлов һәм А.М.Подъячев, дәүләт крәҫтиәндәре һәм типтәрҙәрҙән — И.Андреев, Ибрай Таһиров, Т.Иванов (ул үлгәндән һуң — Г.Давыдов), Мансур Ибраһимов, А.Е.Монаков, Мөхәмәткәрим Ибраһимов, А.Г.Стариков, К.Фёдоров һәм Яким Бекбовов, казактарҙан — И.К.Акутин, Ф.П.Белоносов, П.И.Бурцев, Я.Колпаков, Т.И.Падуров, В.Тамбовцев, И.Тамбовцев һәм П.С.Хопренинов, мишәр һәм хеҙмәтле татарҙарҙан —  А.М.Дәүешев,Әбделйәлил Мәҡсүтов һәм Әлмөхәмәт Ибраһимов, отставкалағы һалдат һәм однодворецтарҙан — И.Акрынов, И.Ахтемиров һәм И.М.Кузнецов (ул үлгәндән һуң — Д.Ф.Докшин), сауҙагәр татарҙарҙан — Мансур Булатаев, Минзәлә ҡәлғәһенең Смоленск шляхтичтарынан (ҡара: Полоцк һәм Смоленск шляхтаһы) — Е.К.Тихановский, суҡындырылған ҡалмыҡтарҙан И.Н.Дербетев (ул үлгәндән һуң — П.И.Крашенинников) һайланған. Заводҡа беркетелгән крәҫтиәндәрҙең мәнфәғәтен Ҡазан губернаһы депутаттары П.Андреев һәм К.П.Якунин яҡлаған. Ҡайһы бер депутаттар Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) ваҡытында баш күтәреүселәр хәрәкәттәрендә ҡатнашҡан (һөҙөмтәлә улар депутатлыҡ дәрәжәһенән мәхрүм ителә). Ырымбур губ. депутаттарына Өфө һәм Ырымбур дворяндарынан — биләмәләрҙе киңәйтеү, ер милкенә монополияны нығытыу; башҡорттарҙан соц.‑иҡт. һәм сәйәси өҫтөнлөктәрҙе, үҙидараны һаҡлау кеүек мәсьәләләр күтәрелгән наказдар төҙөлгән. Өфө һәм Ырымбур сауҙагәрҙәре депутаттары Сәйет биҫтәһетатарҙары м‑н Ҡазан губ. урыҫ булмаған сауҙагәрҙәренә Ырымбур губ. һатыу итеүҙе тыйыу, сауҙагәрҙәргә сауҙа һәм сәнәғәт эшмәкәрлегенә айырым хоҡуҡтар биреү т‑да тәҡдимдәр еткерә. Дәүләт крәҫтиәндәре наказдарында ер етмәү, йөкләмәләр, ҙур һалымдар арҡаһында килеп тыуған ауыр иҡт. хәл сағылыш тапҡан; типтәр м‑н бобылдәр ҡәлғәләртөҙөү һәм тоҙ ташыу йөкләмәләре артыуға зарланған; төбәктең хеҙмәтле халҡы (башҡорт, мишәр, татарҙар һ.б.) сик һаҡлау шарттарын яҡшыртыу, ш. уҡ эш хаҡын казактарҙыҡы м‑н бер тигеҙ итеү, аҙыҡ-түлек, дары һәм фураж м‑н тәьмин итеү, ҡаҙаҡтарҙан ат һатып алыуҙы рөхсәт итеү талаптарын ҡуйған. Башҡорттар һәм төбәктә йәшәгән урыҫ булмаған башҡа халыҡ наказдарҙа көсләп христианлаштырыуҙы, мәсет һәм мосолман руханиҙары эшмәкәрлеген күҙәтеүҙе туҡтатыу, старшина һәм старосталарҙың вәкәләттәрен киңәйтеү, третей судын һаҡлау зарурлығы т‑да фекерҙәрен белдерә. Тимерлек эшен үҫтереүҙе, тирмән төҙөүҙе сикләү һәм тыйыу сәйәсәте һ.б. башҡорт, татар һәм мишәр халҡында ризаһыҙлыҡ тыуҙырған. У.к. 204 ултырышында бер ҡарар ҙа ҡабул ителмәгән. У.к. ҡатламдар араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡ һәм киҫкен мәсьәләләр ҡуйыу хөкүмәткә оҡшамаған. Төркиә м‑н һуғыш башланыуҙы файҙаланып, Екатерина II 1769 й. ғин. Комиссияның Ҙур йыйылышын тарата.

Әҙәб.: Ташкин С.Ф. Инородцы Приволжско-Приуральского края и Сибири по материалам Екатерининской законодательной комиссии. Казань, 1922; Кулбахтин И.Н., Кулбахтин Н.М. Наказы народов Башкортостана в Уложенную комиссию 1767—1768 гг. Уфа, 2005.

И.М.Васильев

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев