УКАЗ (1832 й. 10 апр.) “Башҡорттарҙың Ырымбур крайындағы ерҙәренә хоҡуҡтары тураһында”,башҡорттар м‑н күсеп килгән халыҡтың төрлө категориялары араһында ер мөнәсәбәттәрен көйләгән норматив-хоҡуҡи акт (ҡара: Ер сәйәсәте). Указ проектын Сенат ҡарамағындағы Башҡ. ерҙәре эштәре б‑са айырым ком‑т төҙөй, Николай I раҫлай (1825—55). Документта үҙ ерҙәренә башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы нығытыла, 7‑се ревизия (1815—17) мәғлүмәттәре б‑са аҫаба башҡорттар өсөн (ҡара: Аҫаба) бер ир-атҡа йән башына 40—60 дисәтинә иҫәбенән тартып алынмай торған ер билдәләнә. Бер дайса эсендә ерҙебергәфайҙаланған осраҡта (ҡара: Ерҙе файҙаланыу) башҡорттар 7‑се ревизия һөҙөмтәләре б‑са хәрби керҙәштәргә(ерһеҙ башҡорттар, бобыль, мишәр, типтәрҙәр) бер ир-атҡа йән башына — 30‑ар дисәтинә, граждан керҙәштәренә (дәүләт крәҫтиәндәре, удел крәҫтиәндәре, татарҙар һ.б.) 15‑әр дисәтинә ер бирергә тейеш булған. Ҡалған биләмәләр башҡ. общинаһы милке һаналған, аҫаба халыҡтың 2/3 өлөшө риза булһа, ул ерҙе һатыу йә ҡуртымға биреү (12 йылға тиклем) рөхсәт ителгән. Тартып алынмай торған ерҙәр файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу, ш. иҫ. таусәнәғәте заводтары төҙөү һ.б., өсөн 12 йылдан ашыу ваҡытҡа ҡуртымға бирелә алған. Ер бәхәстәре килеп сыҡһа, ыҙан документтарына (дайсаларҙың планы һәм ыҙан китаптары; ҡара: Генераль ыҙанлау), купчий ҡағыҙына (һатыу-һатып алыу т‑да акт) һәм ергә 10 йыл хужа булыуға ҡарап хәл ителгән. Указды ғәмәлгә ашырыу Ырымбур ҡаҙна палатаһына, Ыҙан контораһына, хәрби губернаторға йөкмәтелгән.

А.И.Аҡманов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев