УЙФАЛЬВИ де Мезо‑Ковезд Шарль Эжен (18.5.1842, Вена — 31.1.1904, Флоренция ҡ., Италия), француз антропологы, шәрҡиәтсе. 1876—78 йй. Рәсәй, Урта һәм Үҙәк Азия буйлап йөрөгән фәнни экспедицияларҙа ҡатнашҡан. Башҡорттарҙы өйрәнеү б‑са краниологик (ҡара: Антропология) тикшеренеүҙәр үткәргән. Башҡорттарҙың килеп сығышының фин‑уғыр теорияһы яҡлы булған.

Әҙәб.: Башкиры, мещеряки и тептяри //Известия Русского географического общества. 1877. Т.13. Вып.2; Les Bachkirs, les Vеpses et les antiquitеs finno‑ougriennes et altaiques, precedes des resultats anthropologiques d'un voyage en Asie centrale //Expedition scientifique francaise en Russie, en Siberie et dans le Turkestan. Paris, 1880. Vol.3.

И.В.Күсемов

Тәрж. М.В.Хәкимова

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.