ҮҘӘН ЗАВОДЫ, 1777 й. Нуғай даруғаһы Тамъян һәм Түңгәүер улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Үҙән й. буйында Е.Н.Демидов (ҡара: Демидовтар)  тарафынан суйын иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Демидовтар, 1882 й. алып “Вогау һәм К°”, 1890 й. — Белорет заводтары йәмғиәте; 1918 й. национализациялана. Ҡағы тау округына ингән. 1777 й. эшләй башлай. 8 горны, 2 домна мейесе, 2 сүкеше, 1841 й. — 6 һауа өрҙөргөс машинаһы, 4‑әр крица горны һәм крица сүкеше, 2 домна мейесе; 1897 й. 6 горны, 2 пар машинаһы, турбинаһы, домна мейесе була. 19 б. башында У.з. 962 заводҡа беркетелгән крәҫтиән иҫәпләнә. Эшләү дәүерендә заводта 20,5 млн бот суйын иретелә. 1779 й. 7,8 мең бот тимер һәм 134,8 мең бот суйын етештерелә; 1800 й. ошоға ярашлы — 18,6 һәм 78,3 мең бот, 1823 й. — 19,5 һәм 66,4 мең бот;1855 й. 155 мең бот, 1899 й. — 528,1, 1917 й. 822,7 мең бот суйын иретелә. 1850 йй. пудлингылау индерелә. Граждандар һуғышы ваҡытында завод емерелә. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында Белорет р‑нының Үҙән а. урынлашҡан. Ү.з. быуаһы (1777) — архитектура ҡомартҡыһы.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Яндекс.Метрика