УЗИКОВ Юрий Андреевич (28.5.1931, Архангельск ҡ. — 14.4.2010, Өфө), тыуған яҡты өйрәнеүсе. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1982). Ленинград Юғары партия мәктәбен тамамлаған (1962). 1954—58 йй. Калининград ҡ. партия эшендә була. 1962 й. алып Өфөлә: “Ленинец” гәз. хеҙм‑ре, бүлек мөдире, 1967 й. башлап “Геолог Башкирии” (“Башҡортостан геологы”) гәз. мөхәррире, 1968 й. алып “Вечерняя Уфа” гәз. бүлек мөдире; 1973 й. алып ТТӘИ‑лә (1991 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р), 1995—2005 йй. Күсемһеҙ мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм файҙаланыу б‑са ғилми-производство үҙәгендә (1999 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р) эшләй. В.И.Ленин һәм Башҡортостанда Коммунистик Интернационал башҡарма комитеты эшмәкәрлеген, Өфө тарихын һ.б. өйрәнгән. 1500‑ҙән ашыу хеҙмәт авторы. БАССР‑ҙың Салауат Юлаев (1987), Ш.Хоҙайбирҙин (1999), В.П.Бирюков (1977) ис. пр. лауреаты.

Әҙәб.: В.И.Ленин в Уфе. Уфа, 1974; Гвардейцы планеты. Коминтерновцы в Башкирии. Уфа, 1978; Уфимских улиц имена. Уфа, 2007.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. М.В.Хәкимова

Фото: Ю.А.Узиков