УДЕЛ КРӘҪТИӘНДӘРЕ, Рәсәйҙә император ғаиләһенеке булған һәм удел ерендә йәшәгән крәҫтиәндәр категорияһы (ҡара: Крәҫтиәндәр). У.к. 1797 й. “Император фамилияһы тураһында учреждение”ға ярашлы батша һарайы крәҫтиәндәре категорияһын үҙгәртеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. У.к. һәм удел ерҙәре м‑н идара итер өсөн — Удел департаменты, урындарҙа удел конторалары төҙөлә. У.к. ауылдары улустарға берләшкән. Ауыл сходтарында старосталар, йөҙ баштары һәм ун баштары һайланған. Алпауыт крәҫтиәндәренән айырмалы рәүештә, уларҙың ҙур ер биләмәләре булған, хужалыҡ итеүҙә сағыштырмаса үҙаллылыҡ бирелгән: ҡаҙна, алпауыт, башҡ. ерҙәрен һатып йәки ҡуртымға алған. Төп йөкләмәләре оброк иҫәпләнгән. 1830 й. указ м‑н У.к. йән башына һалым системаһы тягло  (һәр тяглола 2 ир-ат) м‑н алмаштырылған, бәләкәйерәк ергә (“төп участка”) элекке йән башына һалымдан күпкә артыҡ булған ер һалымын түләгәндәр. Башҡортостанда һалым һалынған бөтә халыҡ араһында У.к. өлөшө бигүк ҙур булмай: 1811 й. — 5,15%; 1839 й. — 5,05; 1858 й. 7,35% тәшкил итә. Генераль ыҙанлау осоронда Ырымбур губернаһында 243,3 мең удел һәм дәүләт крәҫтиәндәренең6,4 млн дисәтинәнән ашыу ер м‑н файҙаланыуы асыҡлана. Крәҫтиәндәр реформаһы алдынан губернала йәшәнгән У.к. ере бер ир-ат башына яҡынса 5,1 дисәтинә тәшкил итә, һалым күләме көмөш м‑н 6 һумға етә. 1863 й. 26 июнендәге “Батша, батша һарайы һәм удел ерҙәрендә урынлашҡан крәҫтиәндәр тураһында положение” б‑са Ырымбур губ. У.к. (57 мең кеше) ш. уҡ шәхси һәм милек хоҡуҡтары алған. 120,5 мең дисәтинә биләмәнең 101,9 мең дисәтинәһе У.к. ҡалдырылып, шуның 18,6 мең дисәтинәһе (15,4%‑ы) удел ведомствоһы файҙаһына алынған. 1865 й. халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре б‑са, Өфө губернаһында 59,3 мең У.к. иҫәпләнгән. Алпауыт крәҫтиәндәренән айырмалы рәүештә, удел ауылдары халҡы шунда уҡ үҙҙәренең ер бүлемдәрен һатып алыуға күсерелеп, биләмәләренә бик түбән хаҡ түләгән, әммә үҙ ерҙәренең ысын хужаһы булыр өсөн, тағы 49 йыл элекке йөкләмәләрен үтәргә тейеш булған. 1906 й. Өфө губ. У.к. бүленгән ерҙең 99,6 мең дисәтинәһен һатып алған. Революция (1905—07)ваҡытында ерҙе һатып алыу бөтөрөлә.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев